В прокате с 16 апреля

Представляем дайджест премьер в муниципальных кинотеатрах Башкортостана, которые стартуют в ближайший киночетверг!
«ПЕТРУШКА» (6+)
Когда есть талант, но со смелостью беда, можно долго сидеть в начинающих. Так и складывалась судьба повара Пети, пока на горизонте не замаячил шанс попасть на кухню престижного ресторана. Кроме того в детстве он дал обещание бабушке, что точно станет успешным в любимом деле. Однако попадание на кухню мечты стало не раем на земле, а горьким разочарованием в друге, который готов идти по головам ради своей цели. Один бы Петя не справился, но тут в его жизни появляется неожиданный попутчик — ожившая кукла Петрушка. Этот ершистый персонаж обнажает правду жизни и помогает герою победить свои слабости.
Үҙ хыялыңды тормошҡа ашырыу ҡыйыулығы тураһындағы комедия
«ПЕТРУШКА» (6+)
Талантың булып та, батырлығың етмәһә, ғүмер буйы «яңы башлаусылар» рәтендә ултырырға мөмкин. Ашнаҡсы Петяның яҙмышы ла тап шулай үҫешә, тик бер көндө уның алдында абруйлы ресторан ашханаһына эләгеү мөмкинлеге тыуа. Бынан тыш, ул бала сағында өләсәһенә яратҡан эшенең оҫтаһы булырға вәғәҙә биргән була. Шул хыялындағы ашханаға эләккәс, Петяны ожмах түгел, ә маҡсатына етер өсөн дуҫының хыянаты һәм аяуһыҙлығы көтә. Петя үҙе генә был ауырлыҡтарҙы еңә алмаҫ ине, әммә уның тормошона көтмәгәндә «терелгән» ҡурсаҡ — Петрушка килеп инә. Был үткер телле персонаж тормош дөрөҫлөгөн асып бирә һәм геройға үҙенең ҡурҡыуҙарын еңергә ярҙам итә.
«ТОЛСТЯК ЮЗИ» (6+)
Юзи — редкий кот. Он живет в Нью-Йорке, водит авто, живет в дорогой квартире и обожает тортики с газировкой. Однажды на глаза ему попадается телепередача о диких леопардах — и герой теряет покой и сон. Объединившись с бездомным котом Бобби, он отправляется в путешествие, чтобы найти своих родных среди больших диких кошек.
«ЙЫУАНТЫҠ ЮЗИ» (6+)
Юзи — һирәк осраған бесәй. Ул Нью-Йоркта йәшәй, машина йөрөтә, ҡиммәтле фатирҙа тора һәм торт менән газировка ярата. Бер көнө ул телевизорҙан ҡырағай леопардтар тураһында тапшырыу күреп ҡалғас, күңел тыныслығын һәм йоҡоһон юғалта. Урам бесәйе Бобби менән дуҫлашып, Юзи ҙур ҡырағай бесәйҙәр араһында үҙенең туғандарын табыу өсөн сәйәхәткә сыға.
«ЖЕНИХ С МАРСА» (12+)
Марс стремительно вымирает. Молодой марсианин прилетает на Землю, чтобы найти невесту и продолжить род у себя на родине. Его космолет обрушивается рядом с гробницей Александра Македонского, где ведет раскопки археолог Нина. Марсианин начинает борьбу за ее сердце, чтобы возродить жизнь на Марсе.
«МАРСТАН КЕЙӘҮ» (12+)
Марс тиҙ арала юҡҡа сығып бара. Йәш марсиан, кәләш табып, үҙ тыуған яғында нәҫелен дауам итеү өсөн Ергә осоп килә. Уның йыһан карабы археолог Нина ҡаҙыныу эштәре алып барған Александр Македонский кәшәнәһе янына килеп төшә. Марста тормошто тергеҙеү өсөн, ул Нинаның йөрәге өсөн көрәш алып бара башлай.
16 апрелдән яҡындарығыҙ менән бергә ҡарағыҙ!
«ГОРА ВЛЮБЛЕННЫХ» (16+)
Экранизация по мотивам произведения Ильдара Юзеева «Гашыйклар тавы». Личная и социальная драма о двух влюбленных, которые поклялись друг другу в верности на сакральной горе, а затем жизнь разлучила их на долгие годы.
«ҒАШИҠТАР ТАУЫ» (16+)
Илдар Юзеевтың «Ғашиҡтар тауы» әҫәре буйынса экранлаштырылған фильм. Изге тау башында бер-береһенә тоғролоҡҡа ант иткән, әммә артабан яҙмыш арҡаһында оҙаҡ йылдарға бер-береһенән айырылған ике ғашиҡ тураһында шәхси һәм социаль драма.
«ГУРУ» (18+)
Матье Вассер — известный тренер личностного роста. Его популярность ширится, а эффективность даже тревожит. На пике успеха он и не подозревает, что у него появился враг, который готовит ему испытание, способное разрушить жизнь.
«ОСТАЗ» (18+)
Матье Вассер — шәхси үҫеш буйынса билдәле тренер. Уның популярлығы арта бара, ә нәтижәлелеге хатта борсой. Уңыш ҡаҙанған мәлендә ул үҙенең дошманы барлыҡҡа килеүен һәм уның тормошон емерерлек һынау әҙерләүен күҙ алдына ла килтермәй.
«МУЛЬТ В КИНО. ВЫПУСК № 194. ВЕСЕННИЙ ПЕРЕПОЛОХ» (0+)
Волшебная робо-щука исполняет желания Ми-ми-мишек, Хозяин кухни готовит блюдо по секретному рецепту, а Сказочный патруль ждёт очередное опасное приключение.
«МУЛЬТ КИНОЛА. 194-СЕ СЫҒАРЫЛЫШ. ЯҘҒЫ ЫҒЫ-ЗЫҒЫ» (0+)
Тылсымлы робот-суртан Ми-ми-мишкаларҙың теләктәрен үтәй, ашхана хужаһы серле рецепт буйынса ризыҡ әҙерләй, ә әкиәт патрулен сираттағы хәүефле мажара көтә.
Легендарный триллер «ОЛДБОЙ» (18+) снова на большом экране!
Действие происходит в дадлеком 1988 году. Бизнесмен Дэ-су, перебрав спиртного по пути домой, угождает в полицейский участок. Его вызволяет друг детства, но пока он звонит жене Дэ-су, тот пропадает. похитители сажают героя в комнату без окон на 15 лет.
«ОЛДБОЙ» (18+) легендар триллеры тағы ла ҙур экранда!
Ваҡиғалар алыҫ 1988 йылда бара. Бизнесмен Дэ-су, өйөнә ҡайтып барған юлда спиртлы эсемлектәрҙе күп итеп эсеп алып, полиция бүлегенә эләгә. Уны бала саҡ дуҫы ҡотҡарып ала, әммә ул Дэ-суның ҡатынына шылтыратып торған арала, Дэ-су юғала. Енәйәтселәр геройҙы 15 йылға тәҙрәһеҙ бүлмәгә ултырталар.
«НОРМАЛ» (18+)
Улисс оказывается в провинциальном городишке Нормал на должности шерифа. С виду место тихое и спокойное, но после ограбления банка выясняется, что весь городок втянут в преступный заговор. Решится ли герой разрушить видимую идиллию благополучного американского захолустья?
«НОРМАЛ» (18+)
Улисс Нормал тигән бәләкәй провинциаль ҡаласыҡта шериф вазифаһын үтәй башлай. Тыштан ҡарағанда был урын тыныс күренә, әммә банк таланғандан һуң, бөтә ҡаланың енәйәтсел заговорға йәлеп ителеүе асыҡлана. Герой Американың ошо төпкөлөндәге тышҡы идиллияны емерергә батырсылыҡ итерме?
Ссылки на покупку билетов вы найдете на нашей официальной странице ВКонтакте.
Приятного просмотра!







