Что смотреть в кино на этой неделе

23 апреля 2026

Представляем вам дайджест премьер, которые стартуют в прокате по кинозалам республики с 23 апреля.

«АНГЕЛЫ ЛАДОГИ» (12+)

Ноябрь 1941-го. Вокруг Ленинграда смыкается блокада. Отряд спортсменов-буеристов выходит на лёд, чтобы доставить продовольствие в голодающий город. Эта миссия превращается в операцию по спасению сирот из детского дома. которых не успели эвакуировать вовремя. Раньше эти спортсмены были непримиримыми соперниками, а теперь должны сплотиться ради жизни и будущего.

«ЛАДОГА ФӘРЕШТӘЛӘРЕ» (12+)

1941 йылдың ноябре. Ленинград тирәләй блокада ҡулсаһы тарая. Буерист-спортсылар отряды, аслыҡ кисергән ҡалаға аҙыҡ-түлек алып барыу өсөн, боҙға сыға. Был миссия ваҡытында эвакуациялап өлгөрмәгән балалар йорто етемдәрен ҡотҡарыу операцияһына әүерелә. Элек был спортсылар бер-береһенә ҡаршы торған көндәштәр булһа, хәҙер иһә тормош һәм киләсәк хаҡына берләшергә тейеш.

«ПРИКЛЮЧЕНИЯ ЖЕЛТОГО ЧЕМОДАНЧИКА» (6+)

Петя не из тех, кто рвется общаться со сверстниками во двор. Его не вытащить на улицу и не развеселить. К счастью, есть волшебный Доктор и его желтый чемоданчик, в котором не только лекарства от гриппа, но и от грусти, робости и печали. Родители Пети хватаются за этот шанс, но внезапно его чемоданчик похищают. В погоне за воришками, нашему герою придется самому преодолевать свои страхи.

«ҺАРЫ СУМАҘАН МАЖАРАЛАРЫ» (6+)

Петя ишек алдындағы йәштәштәре менән аралашырға ашҡынып тормай. Уны урамға сығарып та, кәйефен күтәреп тә булмай. Бәхеткә күрә, тылсымлы Табип һәм уның һары сумаҙаны бар. Унда гриптан ғына түгел, ә моңһоулыҡтан, оялыусанлыҡтан һәм ҡайғынан да дарыуҙар табыла. Петяның ата-әсәһе был мөмкинлеккә йәбешә, әммә көтмәгәндә сумаҙанды урлайҙар. Ҡараҡтарҙы эҙләп, улар артынан ҡыуғанда, геройыбыҙға ҡурҡыуҙарын үҙенә еңергә тура киләсәк.

«КОММЕРСАНТ» (18+)

Действие происходит в Москве в середине 1990-х. Всё богатство молодого и предприимчивого банкира Андрея — это жена, ребенок, а еще больше миллиона долларов на двоих с другом Мишей. Мужчины предвкушают становление новой элитой страны — они видят себя будущими олигархами. На этой волне друзья вписываются в крупную сделку, которая позже оказывается масштабной аферой по хищению казенных миллиардов. Так Андрей попадает в тюрьму «Матросская тишина», где ему предстоит выжить, чтобы вернуться в мир обычных людей.

«КОММЕРСАНТ» (18+)

Ваҡиғалар 1990-сы йылдар уртаһында Мәскәүҙә бара. Йәш һәм етеҙ банкир Андрейҙың бөтә байлығы — ҡатыны, балаһы һәм дуҫы Миша менән икеһенә бер миллион долларҙан ашыу аҡсаһы. Ирҙәр илдең яңы элитаһына әйләнеүҙәрен — буласаҡ олигарх булыуҙарын алдан күрә. Ошо тулҡында дуҫтар ҙур килешеүгә ҡушыла, әммә ул һуңыраҡ ҡаҙна миллиардтарын урлау буйынса масштаблы афера булып сыға. Шулай итеп Андрей «Матросская тишина» төрмәһенә эләгә. Унда ул иҫән ҡалырға һәм ябай кешеләр донъяһына ҡайтырға тейеш.

Ссылки на покупку билетов вы найдете на нашей официальной странице ВКонтакте.

Билеттар һатып алыуға һылтанмаларҙы беҙҙең рәсми «ВКонтакте» битебеҙҙә таба алаһығыҙ.

Приятного просмотра!