Яуа ҡарҙар – аҡ ҡарҙар….

28 декабря 2021

Әмир Абдразаков исемендәге “Башҡортостан” киностудияһының яңы  “Яуа ҡарҙар —  аҡ ҡарҙар…”  ҡыҫҡа метрлы нәфис фильмында ысын бүре  киноға төшкән. Картинаның авторы  — Вилүрә Иҫәндәүләтова. Был режиссерҙың тәүге нәфис фильмы.

“Яуа ҡарҙар — аҡ ҡарҙар…” нәфис фильмы төпкөлдә, ауыл ерендә йәшәгән бәләкәй ҡыҙ  бала хаҡында бәйән итә. Ҡыҙсыҡтың сирләп дауаханаға эләгеүе уның донъяға булған ҡарашын үҙгәртә. Шунда бер эпизодта төп героиня менән төшөүгә  ысын бүре талап ителә. Авторҙар уны оҙаҡ эҙләй, иғлан да биреп ҡарай.

  • Иғланға яуап биреүсе булмағас, эт менән дә төшөрөп ҡараныҡ. Был эпизодты төшөрһәк тә, бүре эҙләүҙе дауам иттек, — ти фильмдың режиссеры Вилүрә Иҫәндәүләтова.

Ниһайәт, бүре көтөлмәгән ерҙән табыла. Өфөлә йәшәүсе Алидә исемле ҡыҙ өйөндә бүре балаһын  аҫраған. Кира исемле йәнлек хужабикәһен бик ярата, уның бар әйткәндәрен үтәй. Шулай итеп урман йәнлеге хужабикәһе менән киноға килеп эләгә.

  • Башта Кира беҙгә өйрәнә алмай йонсоно. Унан эйәләшеп киткәс, беҙ уның бик яғымлы хайуан икәнен белдек. Эргәгә килә, үҙен һыйпата, ә бына ир- егеттәрҙән нишләптер ҡурҡа ине. Хатта төшөрөү процессында ҡулдан ысҡынып ҡасып китте. Беҙ уны урман буйлап баҫтырып йөрөттөк. Хужабикәһен бер һүҙҙән аңлай һәм уны тыңлай. Шулай ҙа бүре — ул  бүре инде, хәүефлерәк. Картинала төп героиня бәләкәй ҡыҙ бала, бәлки шуға ла  бүре менән төшөрөү яуаплыраҡ күренгәндер, —  тип фекерен дауам итте фильм режиссеры.

Көндәрҙең ҡышҡыса һалҡын булыуы, мул итеп ҡар яуыуы кино өсөн бик ҡулай булған. Фильмды Мәскәүҙән килгән кинооператор Вячеслав Ложковой төшөргән. Ул быға тиклем режиссер Айнур Асҡаровтың “Өс таған”, “Йыл ғаиләһе” фильмдары өҫтөндә эшләгән.