Халыҡ күңелен данлап

9 сентября 2021

Радик Килмәмәтов — документаль һәм фәнни- популяр фильмдар авторы. Сергей Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй кинематография институтының режиссер бүлеген тамамлаған, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында драма режиссеры һөнәрен үҙләштергән. 1990 йылдан алып “Башҡортостан” киностудияһында эшләй.

Режиссер  республиканың арҙаҡлы шәхестәре, фольклоры, халыҡтар мәҙәниәте, милли костюмдар тематикаһына арналған фильмдар авторы.  Күптән түгел   ул республикабыҙҙың көньяғында йәшәүсе сәсәниә, педагог, фольклор белгесе Асия Ғәйнуллина хаҡында документаль фильм тамамланы. Шул уңайҙан автор менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

— Республикала үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ билдәле, халыҡ рәссаме тигән исемгә лайыҡ булған фоторәссам Радик Килмәмәтовтың ғаиләһендә тыуып үҫкәнмен. Ул Рәсәйҙең мәҙәниәт институтында белем алып, Сергей Бондарчук кеүек СССР-ҙа билдәле кинорежиссерҙар мәктәбен үткән. Атайым аша бик күп шәхестәрҙең исеме, халыҡ ижады менән бала ваҡыттан танышмын. Уның менән республика төбәктәре буйлап күп йөрөргә тура килде. Буласаҡ геройым Асия Ғәйнуллина менән дә фольклор байрамында таныштым.

— Асия Солтан ҡыҙы фольклор өлкәһендә, халыҡ ижадында ла белгес булараҡ бик талапсан кеше.  Уны киноға төшөргә нисек күндерҙегеҙ?

— Аҙыраҡ атайымдың абруйы ла үҙ ролен уйнағандыр. Асия апай беҙҙең ғаиләне электән белә ине. Мин уны милли костюм байрамында күрҙем дә кино эшләргә тәҡдим яһаным. Быға тиклем дә башҡорт, татар, марый, удмурт халҡының фольклор, милли кейем үҙенсәлектәренә арналған эштәрем бар ине.  Асия Солтан ҡыҙы ысынлап та бик талапсан, үҙенең юлын аныҡ белгән кеше һәм янындағыларҙан да  шуны талап итә. Белгес булараҡ йәштәрҙе, олпат йәштәге апайҙарҙы ла өйрәтеү өсөн үҙенең оҫтаханаһына йыя. Тик оҫталар, халыҡ ижадына мөкиббән киткәндәр генә тороп ҡала. Уның оҫтаханаһында тәбиғи һайлап алыу процессы бара.

-Героиня билдәле кеше, сәсәндәр мәктәбен асҡан белгес, фольклорсы. Ә һеҙҙең фильмда уның сифаттары нисек асыла?

-Мин уны кеше булараҡ асҡым килде. Ҡатын, әсә, үҙ эшенең оҫтаһы… Асия Солтан ҡыҙының улы Баязит та бик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Йырлай, өзләй, ата- әсәһенең лайыҡлы улы. Иптәшен күргәнһегеҙҙер? Ул да ҡатынының терәк- таянысы, тоғро юлдашы. Асия Солтан ҡыҙы  тәү сиратта педагог, инглиз теле уҡытыусыһы. Телдәрҙе, фольклорҙы яҡшы белеүе тамырҙарынан килә.  Элегерәк “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә баһалама ағзаһы булған.  Уны хәҙер саҡырмай башлағандар. Бының сәбәбе хаҡында ул фильмда бәйән итә. Асия Ғәйнуллинаның мәҙәниәт, этнография өлкәһендәге ҡаҙанышы Рәсәй кимәлендә юғары баһаланған. Ул ил хөкүмәтенең “Рәсәй рухы” тигән премияһына лайыҡ булған.  Шулай уҡ фильмда Асия апайҙың фантазияға бай кеше булыуын күрерһегеҙ. Иғтибар итһәгеҙ,  ул  үҙе уйлап сығарып балаларға  әкиәттәр, легендалар һөйләр булған.

— Фильмды кадрға инмәгән, әммә күңелдә ҡалған эпизодтар бармы?

— Фильм 40 минут, уның атаһы хаҡында һөйләгән иҫтәлектәренең барыһы ла кадрға һыйманы. Мине айырыуса тетрәндергән бер ваҡиға.  Аслыҡ йылдарында  Асия апайҙың атаһы Солтан бәләкәй   малай була.  Ике балаһын туйындыра алмаған әсәһе бәләкәйен  алып, өлкәне Солтанды ауылда ҡалдырып  Ырымбурға сығып  китә. Ҡатын ике балаһының береһен һайлаған, йәшәүгә хоҡуғын билдәләгән. Бына ниндәй замандар булған. Әсә киткәс, Солтан юғалып ҡалмай, балыҡ тоторға әүәҫләнеп ала. Уны аслыҡтан ошо балыҡ ҡотҡара. Әсәһе әйләнеп ҡайтыуға малай һин дә мин йәшәп ята. Һуңынан инде ул яҡын тирәлә бил бирмәҫ  көрәшсе булып китә. Бына ниндәй көслө, ғәйрәтле кешенең ҡыҙы  Асия апай.

Һәр фильмдың үҙәгенә ошондай шәхестәрҙе алырға тырышам. Дөйөм алғанда ла халыҡ ижадын, фольклор темаһын һәр ерҙә яҡшы ҡабул итәләр, ҡыҙыҡһынып ҡарайҙар.  Бөгөнгө заманда үҙ асылыңа ҡайтыу, тамырҙарыңды юғалтмау айырыуса мөһим. Уникаль кешеләр республикабыҙҙың күп төбәктәрендә йәшәй. Әбйәлилдәрҙә, мәҫәлән, боронғо милли кейемдәр, ҡатын-ҡыҙҙың биҙәүес әйберҙәрен үҙенең тәү кимәлендә һаҡлаған ғаиләләр бар. Удмурттар хаҡындағы фильмда бер апайҙы төшөрҙөм. Баҡ тиһәң, ул  Удмуртияла бик танылған йырсы, ә республикала уны артыҡ белмәйҙәр.

— Милли фильмдарҙа геройҙың әсә теле һаҡланыуы тәбиғи күренеш, режиссер шуның менән картинаның үҙенсәлеген һыҙыҡ өҫтөнә аламы?

—  Һәр бер милләт теленең моңон тойоу,  халыҡтарҙың үҙенсәлеген һаҡлау өсөн төшөрөлә был фильмдар. Шул уҡ Асия Солтан ҡыҙы ла үҙенең әсә телендә һыуҙа йөҙгән балыҡ кеүек. Ҡайһы бер фольклор терминдарын, лаҡаптарҙы ул тик башҡорт телендә генә образлы итеп  бирә алды. Башҡа телдә уның әһәңе, яңғырашы башҡа булыр ине. Ҡалтасы районында бер марый ҡатынын төшөрҙөм, ул бөтөнләй рус телен белмәй, тик марыйса һәм татарса һөйләшә. Хатта уның  һөйләгәндәрен ҡайһы бер марыйҙар үҙҙәре лә аңламай ине. Тимәк ул бик боронғо телдә аралашҡан.

ВГИК-та уҡыған осорҙа, ҡайһы бер фильмдарҙы тәржемәһеҙ алып бараһың, уны аңлай торғайнылар. Мәҙәниәттәр төрлөлөгө, халыҡтар ижады  өсөн сиктәр юҡ.  Американдар үҙҙәренең мәҙәниәтен шул тиклем хөрмәт итә. Улар картинаны гел субтитр менән төшөрә. Мин дә ошо маҡсатты күҙ уңында тотам.

Виртуоз кубыҙсы Роберт  Заһретдинов

Ҡурайсы һәм педагог Мөхәмәт Түләбаев

-Фильмдар төшөрөлә. Ләкин уны зәңгәр экрандарҙа  бик һирәк күрһәтәләр?

— Был йәһәттән Башҡортостан-24  каналын билдәләп үтергә мөмкин. Унда башҡорт фильмдарына даими урын бирелә.  Бер- нисә картинаны “Культура”, “Мир” каналдары һатып алды. Танылған бейеүсе Рәүилә Хәзиева хаҡында фильмды тамамланым. Уны, мәҫәлән, Поленов исемендәге Рәсәй халыҡ ижады үҙәге тарафынан ойошторолған фестивалгә алдылар. Шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев,  виртуоз кубыҙсы Роберт Заһретдинов, халыҡ араһынан сыҡҡан күренекле йырсы Абдулла Солтанов һәм башҡа  бик күптәр хаҡында төшөрөлгән эштәрем бар.  Улар БСТ, Башкортостан-24 каналдары аша  күрһәтелде. Был картиналар “Башҡортостан”  киностудияһының архивын тулыландыра. Бер кем дә мәңгелек түгел. Төрлө йылдарҙың  йылъяҙмаларын, шәхестәрен кино таҫмаларҙа ҡалдырған сәнғәт ул – кино! Бөгөн күп кенә фильмдарҙа Әмир ағай Абдразаҡов төшөрөп киткән материалдарҙы ҡулланабыҙ. Уға бик рәхмәтлебеҙ.

Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған бейеүсе Рәүилә Хәзиева

-Башҡортостан киноһында”башҡорт мәктәбе” тигән төшөнсә бармы ул?

— Нишләп булмаһын. Һуғыш осоро операторы Ғилван Әмировтың кадрҙарын ҡайҙа ғына файҙаланмағандар. Илдус Хәлиуллин, Лянус Биктимеров тигән билдәле операторҙар булды. Ринат Әмирхановтың кадрҙарында билдәле мотоуҙышсы Ғабдрахман Ҡадыровтың һыны һаҡланған.  Һәр бер осорҙа эшләгән белгестәр башҡорт киноһына үҙ өлөшөн индергән.

Гөлнур Ишбулатова.