Фотокүргәҙмә асылды

27 апреля 2022

Өфөнөң “Родина” кинотеатрында “Илағыҙ, ләкин төшөрөгөҙ!…” тигән ғәҙәти булмаған фотокүргәҙмә асылды. Ул фронт йылдарында ҡулдарына камера тотоп яуға барған кинооператорҙарға арналған. Һуғыш осоронда операторҙарға ла ихтыяж артҡан, хатта ҡатын — ҡыҙ кинооператорҙар ҙа булған. Фотокүргәҙмә ошо көндәрҙә киң прокатҡа сыҡҡан “Беренсе Оскар” фильмына ла ауаздаш.

Әйткәндәй, кинооператорҙарға тәүге һәйкәл 2020 йылда Красногорск ҡалаһында асылған. Уның прототибы хәрби кинооператор Владимир Сущинский. Ул бөтә яу юлын үтеп,  1945 йылдың февраль аҙағында, Польшала, урам һуғышын төшөргән ваҡытта һәләк булған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров фронт юлының кинохроникаһын киләһе быуындырға ҡалдырған белгестәрҙең исемен мәңгеләштереүгә ҙур өлөш индергән.

Фотокүргәҙмәлә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны,  республикаға бәйле бик күп ваҡиғаларҙы, шәхестәрҙе кинопленкала ҡалдырған кинооператор Ғилван Әмировҡа арналған мөйөш тә бар. Сараға уның ҡыҙы Ләйлә Әмирова һәм ейәнсәре Элла Сунарчина ла килде. Ғилван Әмиров камераһы менән бергә фронт юлдары буйлап үткән һәм Украина, Румыния, Югославия, Болгария, Венгрия ерҙәрен азат итеүҙә ҡатнашҡан. Уның төшөргән кадрҙары 1978 йылда эшләнгән “Бөйөк Ватан һуғышы” тигән 20- минутлыҡ документаль фильмға индерелгән. Шуныһы үҙенсәлекле, 9 май — Еңеү байрамын Ғилван Ғилметдин улы Өфөлә ҡаршылай. Ул ошо ваҡытта тыуған яғына ялға ҡайта. Күп кенә кинооператорҙар был көндө Мәскәүҙә, Ҡыҙыл Майҙанда үткән Еңеү парадын төшөрһә, ә Ғилван Әмиров нәҡ Өфөлә үткән парад хроникаһын архивта ҡалдыра. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, осоусы Муса Гәрәевтың тыуған яғына ҡайтҡан киң билдәле кадрҙарҙың да авторы — Ғилван Әмиров. Һуңынан был эпизод осоусы хаҡында “Шоңҡар” фильмына индерелә. Күренекле кинооператор 1991 йылда вафат булған, оҙаҡламай уның  тыуыуына 106 йыл туласаҡ. Күргәҙмәнең кәрәклеге хаҡында Кавказда хәрби фотолар авторы, билдәле фотохәбәрсе Михаил Новиков былай тине:

— Һуғышта кинооператорҙар ҙа бик күп һәләк булған. Сөнки улар ҙа алғы һыҙыҡта, башҡа яугирҙар менән берлектә ҡатнашҡан. Алда, траншеяларҙа һалдаттар, ә артта камера артында кинооператор. Хатта шундай эпизод билдәле, оператор пулянан ергә ауа, ә уның камераһы тирә — яғындағы ваҡиғаларҙы һаман төшөрөп ята….. Ысынында иһә кинооператор бик кәрәкле хеҙмәт. Ошондай белгестәр булмаһа  кино ла, әйләнә- тирәләге тормош ваҡиғаларының хроникаһы ла булмаҫ ине. Улар юғары баһаға лайыҡлы кешеләр!

 

Күргәҙмәне Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының субсидияһына республика кинематографистар берлеге, Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башкортостан” киностудияһы, “Родина” кинотеатры менән берлектә ойошторҙо.