Башҡорт теленән диктант яҙҙыҡ

25 апреля 2022

 

Республикала башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуға мең ярым  майҙансыҡ ойошторолған. Әсә теленән үҙҙәренең белемдәрен тикшерергә теләгән кешеләр уны онлайн һәм офлайн форматта яҙҙы. Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdictant.ru/  сайтында баҫтырылып сығасаҡ.

Диктант яҙыусылар араһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Республика мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин, һәр ведомство — министрлыҡ, йәмәғәт ойошмаларынан вәкилдәр бар ине.

Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһынан башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктантты студияның баш режиссеры Вилүрә Иҫәндәүләтова, студия редакторы Гөлнур Ишбулатова яҙҙы. Диктант яҙыусылар халыҡ- ара белем биреү акцияһында ҡатнашыуҙы раҫлаған сертификатҡа эйә булды.

Диктантты  онлайн яҙыусылар уны  Башҡортостан Юлдаш каналында, “Бәйләнештә” селтәрендә, телеграм каналда тура трансляцияла тыңланы.

Халыҡ — ара диктант өс йүнәлештә — башҡорт телен уртаса белеүселәр, иркен һөйләшеүселәр һәм төнъяҡ- көнбайыш диалекты өсөн уҡылды.

Уның тәүгеһен “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе Мирас Ишдәүләтов,  Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев – башҡорт телендә иркен һөйләшеүселәр өсөн, ә төнъяҡ- көнбайыш диалекты өсөн Муса Гәрәев исемендәге башҡорт тарихи- мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Гүзәл Нуриева уҡыны.

#БашДиктант2022#диктантпобашкирскомуязыку#башҡорттелендәдиктант#БашФонд#Башкортостан#РодныеЯзыки#Башҡорттар